Дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн дәреслек. Д.Д. Данилов, В.А. Клоков, С.В. Тырин. — Үҙгәртелгән 3-сө баҫманан тәржемә. — Өфө: Китап, 2014. — 271 бит.: илл. («Мәктәп 2100» мәғариф системаһы). — ISBN: 9785295060748.
Дәреслек дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-сы класына тәғәйенләнә. Төп дөйөм белем биреү буйынса федераль дәүләт белем биреү стандарттарына тап килә. «Мәктәп 2100» мәғариф системаһының тарих курсы һәм дәреслектәре комплектының айырылғыһыҙ өлөшө һәм дауамы булып тора. Уның концепцияһына ярашлы текст, методик аппарат һәм иллюстрациялар бирелеше шәхестең проблемалы диалог технологияһын үҙләштереүенә булышлыҡ итә. Дәреслектә Рәсәй тарихы төрлө халыҡтар һәм дәүләттәр төйәк иткән дөйөм мәҙәни арауыҡ тарихы булараҡ өйрәнелә. Тарихтың теоретик нигеҙҙәре тураһында фекер йөрөткәндә дөйөм цивилизацияға ҡағылышлы төшөнсәләр файҙаланыла. Дәреслек «Мәктәп 2100» мәғариф системаһына ингән тарих, әҙәбиәт, рус теле, тәбиғәт фәне һ. б. дәреслектәр менән дөйөм методик һәм психологик бәйләнештә яҙылған.